+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 15:30

Бөрөлә “Яңы үҙәк” архитектура-парк ансамбле төҙөлөшө дауам итә

2019 йылда Бөрө ҡулайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса “Яңы үҙәк” архитектура-парк ансамбле проекты менән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны.

2019 йылда Бөрө ҡулайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса “Яңы үҙәк” архитектура-парк ансамбле проекты менән Бөтә Рәсәй конкурсында еңеп сыҡҡайны.
Әле проектта ҡаралған эштәрҙең ҡыҙған мәле. Оҙаҡламай ҡала халҡы өсөн амфитеатрлы ял итеү зонаһын асыу планлаштырыла. Ленин скверына эскәмйәләр, заманса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыу ҡаралған. Ә Троицк сиркәүе алдындағы майҙан тулыһынса йәйәү йөрөүселәр өсөн ҡулайлаштырыла.
Барлығы 1500 квадрат метр урам плитәләре һалынған, машиналар ҡуйыу урыны йыһазландырыла. Коммунистар һәм Интернациональ урамдарҙа торотуарҙар барлыҡҡа килә.
Паркты тулыһынса асыу быйыл көҙ көнөнә билдәләнгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: