“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә “Тәүге медицина-санитар ярҙамын күрһәтеү системаһын үҫтереү” проектының маҡсаты алыҫ ауылдарҙа йәшәгән кешеләрҙе ҡулайлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
Был проект буйынса 2020 йылда Тәтешле районында ғына 4 ФАП урынлаштырыу күҙ уңында тотолдо. Әлеге көндә төбәктең Иҫке Ҡайпан, Иҫке Калмияр, Бәҙрәш һәм Мәмәтәй ауылдарында медицина үҙәктәренең төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә.
2024 йылдарға тиклем райондың 12 ауылында модуль ФАП-тарын төҙөү күҙаллана. Үрге Тәтешле ауылыны дауаханаһының баш табибы Нияз Зиятдинов билдәләүенсә, республика хөкүмәтенең һәм милли проектҡа ярашлы алып барылған эштәр төбәктә демография проблемаһының да ыңғай яҡҡа үҙгәреүенә йоғонто яһаясаҡ. Проектың төп маҡсаты ла - медицина хеҙмәткәрҙәренә тейешле шарттар тыуҙырыу һәм ауыл кешенә сифатлы медицина ярҙамын яҡынайтыу.