+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 16:05

Сибай дәүләт филармонияһы өй туйларға әҙерләнә

2015 йылдың көҙөндә Сибай дәүләт филармонияһы бинаһында сыҡҡан янғын мәҙәниәт йортоноң ҙур өлөшөн юҡ итә.

2015 йылдың көҙөндә Сибай дәүләт филармонияһы бинаһында сыҡҡан янғын мәҙәниәт йортоноң ҙур өлөшөн юҡ итә.
Былтыр филармонияла төҙөлөш эштәре башланды. Унда яңы корпус күтәреү, уттан ҡалған бинаны реставрациялау һәм биләмәләрҙе төҙөкләндереү бурысы ҡуйылған. Объекттың төҙөлөш күләме -350 миллион һум. Бинаны тулыһынса яңыртасаҡтар, әммә элекке үҙенсәлекле архитектураһын боҙмайҙар, тип билдәләй белгестәр.
Сөнки Сибай дәүләт филармонияһының бинаһы - ҡала өсөн бик яҡын һәм данлыҡлы һарай. Унда элек-электән Сибайҙың мөһим саралары үткәрелгән. Бина иһә ҡаланың юбилейына ҙур бүләк буласаҡ. Яңы сәхнә һәм күп тамашасылар һыйҙырышлы зал ҙур тамашалар өсөн иҫәпләнгән. Объект сафҡа инеү менән Сибай дәүләт филармонияһы коллективы ла ниһайәт өйлө буласаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов та бинаның бала саҡ хәтирәләре менән бәйле булыуын билдәләне.
-Тамашасы залы 500 урынға арттырыла. Иң мөһиме мәҙәниәт һарайының төп архитектура биҙәлеше һаҡланасаҡ һәм ул беҙҙең өсөн бик мөһим. Элекке кеүек бай тамашалар, спектаклдәр һәм бөтә концерт саралары ошонда үтер тип ышанам.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: