+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 12:16

Фольклориадаға 2500 кеше көтөлә

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда IV Бөтә донья фольклориада байрамы 2021 йылда уҙасаҡ. Ул пандемияға бәйле кисектерелгәйне. Республика хөкүмәтендә ошо көндәрҙә байрам сараларына әҙерлекте тикшерҙеләр. Яҡынса билдәләүҙәренсә, фольклориада июлдең тәүге декадаһында уҙасаҡ.

-Унда әлегә 57 ил ҡатнашыу хаҡында белдергән, ләкин беҙ 80 илдең вәкилен көтәбеҙ. Был иһә - барлығы 2 мең 500 кеше. Шулай уҡ туристар саҡырыу буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Бының өсөн туристик компаниялар йәйге тур пакеттары хаҡында бөгөндән уйланырға тейеш һәм уларҙы Башҡортостанға, фольклорида ҡарарға теләгән ҡунаҡтарға тәҡдим итергә тейешле, - ти хөкүмәт премьер-министры Фәнүр Йәғәфәров.
Фольклорида үткәреү схемаһы элеккесә ҡала. Ҡатнашыусылар менән бихисап ирекмәндәр төркөмө эшләйәсәк. Ә республикаға иһә бөтә доньяға матур тәбиғәтен, халҡын, иҫтелекле урындарын күрһәтеү өсөн йәнә бер мөмкинлек асыла.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: