+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2020, 21:12

Өфө буйлап экскурсия

Өфөнөң тарихи һәм иҫтәлекле урындары буйлап түләүһеҙ экскурсиялар ойоштороласаҡ. Туристарҙы профессиональ гид оҙатып йөрөй, тәүге экскурсия 2020 йылдың 29 июлендә үткәрелә.

Өфөнөң тарихи һәм иҫтәлекле урындары буйлап түләүһеҙ экскурсиялар ойоштороласаҡ. Туристарҙы профессиональ гид оҙатып йөрөй, тәүге экскурсия 2020 йылдың 29 июлендә үткәрелә.
Уның маршруты уникаль буласаҡ тип билдәләй белгестәр. Экскурсияла ҡатнашыусылар билдәле йырсылар Земфира, Юрий Шевчук, Рудольф Нуриев йөрөгән урамдар буйлап үтәсәк. Дөйөм алғанда, һәр кем Өфөнө яңыса ҡабул итәсәк һәм уның бығаса белмәгән яҡтарын асасаҡ.
Экскурсиялар аҙна һайын шаршамбы һәм йома, көнөнә ике тапҡыр, 19 һәм 20 сәғәттәрҙә ойошторола. Уның төп шарты барлыҡ туристар ҙа махсус битлектәр һәм бирсәткәләрҙә буласаҡ, улар араһында дистанция ла һаҡланасаҡ. Осрашыу урыны ҡунаҡһарай һәм “TERRA BASHKIRIA” арт- объекты. Ҡатнашыу өсөн түбәндәге һылтанма буйынса теркәү үтергә кәрәк:
terrabashkiria.ru: https://terrabashkiria.ru/open-bashkortastan/ufa/.
Экскурсияларҙы Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡала округы, республиканың экскурсоводтар гильдияһы һәм “Столица” туристик фирмаһы ойоштора.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: