+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 11:54

Яңы медицина үҙәге

Башҡортостанда төбәк-ара радионуклид терапияһы үҙәге төҙөйәсәктәр. Республика Башлығы Радий Хәбиров проектты Инвест сәғәт онлайн кәңәшмәһендә хупланы.

Башҡортостанда төбәк-ара радионуклид терапияһы үҙәге төҙөйәсәктәр. Республика Башлығы Радий Хәбиров проектты Инвест сәғәт онлайн кәңәшмәһендә хупланы.
Уны” Русатом Хэлскеа” компанияһының генераль директоры Александр Шибанов тәҡдим итте. “Росатом” дәүләт корпорацияһы эсендәге был компания Рәсәй төбәктәрендә яман шеш, эндокринология, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен диагностикалау үҙәктәрен төҙөү буйынса инвестиция программаларын тормошҡа ашыра. Әлеге инвестиция күләме - 1 миллиард һумдан ашыу. Дауалауҙа радиофармпрепараттар ҡулланыла.
-Бөтә йәһәттән дә бик мөһим проект. Уны тормошҡа ашырыу барышында республикаға инвестициялар, яңы технологиялар киләсәк, ә иң мөһиме кеше һаулығы яҡшырасаҡ,- тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: