+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 23:27

Урман янғынын һүндереүселәр тәбрикләнде

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика йортонда Әбйәлил, Бөрйән, Белорет һәм Учалы райондарында урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика йортонда Әбйәлил, Бөрйән, Белорет һәм Учалы райондарында урман янғындарын һүндереүҙә ҡатнашыусыларға дәүләт наградалары тапшырҙы.
Бүләкләнеүселәр араһында урман хужалығы, янғын һүндереү берекмәләре, ирекмәндәр ҙә бар.Әйткәндәй, ирекмәндәр рәтендә ир- егеттәр генә түгел, ә ҡатын- ҡыҙҙар ҙа ут һүндереүҙә ҡатнашты, ә республика ҡатын- ҡыҙҙар советтары ярҙамға аҡса йыйып тапшырҙы.
Белорет районында ут һүндергәндә, ирекмәндәр сафынан булған Рәсүль Сафиндың йөрәге туҡтай. Был турала уның ҡатыны хәбәр иткән. Уға награда үлгәндән һуң бирелде. Республика башлығы ирекмән ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм яҡындарына төрлө ярҙам күрһәтеүҙе йөкмәтте.
-Янғын ваҡиғаларына беҙ ныҡ борсолдоҡ. Сөнки ул осорҙа һауа шарттары ла бик киҫкен ине. Өҫтәүенә ямғырһыҙ ҡоро йәшендәр ут сығыуға сәбәпсе булды. Ҡайһы бер осраҡтарҙа һыуҙы ат менән ташынылар, ҡул көсө кәрәк булды. Шуға күрә уны ирекмәндәрһеҙ башҡарып булмаҫ ине. Бөгөнгө көнгә янғын тулыһынса туҡтатылды. Бының өсөн мин барығыҙға ла рәхмәт әйтәм, -тине Радий Хәбиров.
Белорет районынан килгән шәхси эшҡыуар, ирекмән Самат Мусин әйтеүенсә, янғындарҙың көслө булыуын бөтә республика күҙәтте, төтөн бар ерҙе ҡаплап алғайны,- ти әңгәмәсебеҙ.
-Хатта ҡояш та күренмәне. Шундай ҡатмарлы мәлдә лә берәү ҙә ҡаушап ҡалманы, айырыуса урман хужалығы хеҙмәткәрҙәәре бик әүҙемлек күрһәтте. Берәү ҙә махсус саҡырыуҙы көтмәне, дан өсөн йөрөмәне. Республика урмандарына шундай бәлә килгәс, беребеҙ ҙә ситтә ҡалманы. Башҡортостан башлығының шуны аңлап беҙгә иғтибар биреүе, күңелгә йылылыҡ бирә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: