-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 10:15

Һуңлаһа ла шифаһы тейһен

Башҡортостандың Урал аръяғы төбәгендә яуым-төшөм йылдағы айлыҡ норманан 60 процентҡа күберәк яуған, тип хәбәр итә Башгидромет хеҙмәте. 22 июлдә көндөҙ һәм 23-өндә төндә республикала бөтәһе 2-нән алып 82 миллиметрға тиклем яуым-төшөм булған.

Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа көслө һәм дауамлы ямғырҙар башланған. Иҫке Собханғолда – 40 миллиметр, Туҡанда – 42 миллиметр, Кананикольскийҙа – 64 миллиметр, Сибайҙа – 53 миллиметр, Аҡъярҙа – 60 миллиметр, Йылайырҙа 82 миллиметр билдәләнгән. Республиканың төньяҡ-көнбайыш яртыһында яуым-төшөм 2-нән 15 миллиметрға тиклем тәшкил иткән.
23 июлдә көн дауамында көслө яуым-төшөм зонаһы төбәктең төньяғына, төньяҡ-көнбайышына күскән. Алдағы ике көндә Башҡортостандағы һауа торошона Ҡара диңгеҙ циклон дауылы йоғонто яһай. Айырыуса республиканың төньяғында яуым-төшөмдөң күп булыуы көтөлә.
Читайте нас: