+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 11:05

Телефондан фекер алышҡандар

Владимир Путин менән Дональд Трамп телефондан һөйләште, тип хәбәр итә Кремлдең матбуған хеҙмәте. Ике ил башлығы стратегик тотороҡлоҡ, ҡоралланыуҙы контролдә тотоу һәм башҡа мәсьәләләр тураһында фекер алышҡан.

Яҡтар, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән БМО Хәүефһеҙлек Советының даими ағзалары булып торған дәүләттәрҙең саммитын үткәреү ғәмәлгә ярашлы булыр ине, тип белдергән.
Ирандың ядро программаһына ҡағылып, ике ил лидеры төбәктә хәлдең тотороҡлоғон тәьмин итеүҙең һәм ядро ҡоралын таратмау режимын һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙы өҫтөнә алған.
Шулай уҡ улар Рәсәй – Америка араһында сауҙа һәм иҡтисади бәйләнештәрҙе үҫтереүҙең әһәмиәтен билдәләп үткән, "Союз-Аполлон" программаһы сиктәрендә космосҡа осоуҙың 45 йыллығы менән бер-береһен ҡотлаған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: