+3 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2020, 12:11

Башҡортостанда ял итеп субсидия алырға була

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда ял иткән кешеләргә лә дәүләттән субсидия түләнәсәк. Барлығы был исемлектә илдең 45 төбәге бар.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда ял иткән кешеләргә лә дәүләттән субсидия түләнәсәк. Барлығы был исемлектә илдең 45 төбәге бар.
Шул иҫәптән республикаға башҡа төбәктәрҙән килгән туристар ҙа ял өсөн 15 мең аҡсаларын кире ҡайтара алыуы мөмкин.
Был хаҡта рәсми рәүештә Рәсәй хөкүмәтенән белдерһәләр, Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Салауат Нафиҡов уны үҙенең сәхифәһендә раҫланы.
-Ял өсөн “Мир” картаһы менән иҫәпләшеү мотлаҡ һәм сәйәхәт итеү ваҡыты 5 көн булырға тейеш. Картаға кэшбек ҡайтарыла. Был программаның нисек эшләүе турһында айырым яҙасаҡмын, - ти ведомство етәксеһе.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: