Йылайыр районының мәҙәниәт йортонда төҙөкләндереү эштәре бара. “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы бынан ары төбәк халҡы яңыртылған бинала саралар үткәрә аласаҡ.
Эштәрҙең ҙур өлөшөн ағымдағы йылдың сентябрь башына тамамлау күҙаллана. Подрядсы ойошмалар мәҙәниәт бинаһының эске өлөшөн дә, тышҡы яғын да яңырта, заманса төҙөлөш материалдары ҡуллана, өлөшләтә тәҙрәләрҙе, ишектәрҙе алмаштыра.
Спорт, концерт залдары заман талаптарына ярашлы төҙөкләндерелгән, диодлы лампалар ҡуйылған. Был иһә - мәҙәни сараларҙың сифаты өсөн бик мөһим деталь.
Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов билдәләүенсә, милли проекттар арҡаһында ауыл тормошона ла ыңғай үҙгәрештәр килә, программа ярҙамында күп объекттар яңырып ҡала.