+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 16:27

Янғындар туҡтатылды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урман янғындарының тулыһынса һүндерелеүе тураһында хәбәр итте. Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһенә яҙған.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров урман янғындарының тулыһынса һүндерелеүе тураһында хәбәр итте. Был хаҡта ул үҙенең сәхифәһенә яҙған.
-Урман янғындарын тулыһынса туҡтаттыҡ, кисә һуңғылары - Белорет һәм Бөрйән райондарында һүндерелде. Белгестәр бөтә билмәләрҙе лә тикшереп сыҡты, кисәге көнгә ут осраҡтары бер ерҙә лә теркәлмәгән. Беҙгә һауа торошо ла ярҙамға килде, бер тәүлек ямғыр яуа.
Барыһына ла рәхмәтемде еткерәм: белгестәргә, ирекмәндәргә. Бөтәһе лә бергә тупланып эшләне, уттың артабан китеүенә юл ҡуйманылар. Фиҙаҡәр хеҙмәт күрһәткәндәрҙе мотлаҡ бүләкләрбеҙ.
Йәй дауам итә. Йылы көндәр алда буласаҡ. Шуға барығыҙы ла усаҡ яндырмаҫҡа, һаҡ булырға саҡырам. Урмандарҙы һәм үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, - тип яҙған Радий Фәрит улы.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: