-21 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 13:15

VI Бөтә донъя фольклориадаһы 2021 йылдың июль айында үтә

Билдәле булыуынса, 2020 йылда июлдең икенсе яртыһында Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы үтергә тейеш ине, ләкин, башҡа бик күп күләмле саралар кеүек үк, пандемия арҡаһында 2021 йылға күсерелде.

Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет менән килешеп, Фольклориаданы киләһе йылдың июлендә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.

Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡава килтергән мәғлүмәттәр буйынса, унда 80 илдән коллективтарҙың ҡатнашыуы көтөлә. 2020 йылдың 15 июленә 57 ил теркәлгән. Өфөгә Бөтә донъя фольклориадаһына бөтәһе 2500-гә яҡын кешенең килеүе көтөлә.

Республиканың 34 ҡала-районын үҙ эсенә алған ете фестиваль округы билдәләнгән. Фольклориаданың күсмә өлөшө ошо биләмәләрҙә үтергә тейеш.

Читайте нас в