Өфө биләмәһендә ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса дәүләт инспекцияһы менән берлектә «Трактор» махсус операцияһын уҙғара.
«Саралар хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, кешеләрҙең һаулығын һәм именлеген тәьмин итеү, тракторҙарҙы, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш һәм башҡа машиналарҙы файҙаланғанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өсөн ҡабул ителде», — тип асыҡлыҡ индерҙеләр баш ҡала Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә.
Ведомство хеҙмәткәрҙәре теркәү ҡағиҙәләрен үтәүҙе, техник тикшереүҙең, дәүләт билдәләренең һәм трактор, үҙйөрөшлө юл-төҙөлөш машиналары менән идара итеүгә рөхсәттең, идара итеүгә таныҡлыҡтың (тракторсы-машинист таныҡлығы) булыуын тикшерә.
Иҫкәртеү саралары 14 авгусҡа тиклем дауам итә.
“Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.