+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 15:30

Миҙхәт Шакиров исемендәге сквер буласаҡ

Өфөлә Социалистик Хеҙмәт Геройы, КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров (1916-2004) исемендәге сквер булдырыла.

Өфөлә Социалистик Хеҙмәт Геройы, КПСС Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Шакиров (1916-2004) исемендәге сквер булдырыла.

Сквер Дорофеев-Коммунистик урамдары сатында, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре йәшәгән йорт янында урынлашҡан.

Кисә Өфөнөң Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе урынбаҫары Айнур Фәйзуллин һәм «Петраком» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре менән бергә скверҙы төҙөкләндереү барышын тикшерҙе.

Мэрияның матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта тротуар һалыу тамамланған, тышҡы яҡтыртыу селтәрҙәре ҡоролған, Дорофеев урамы яғынан скверға яңы ҡойма ҡуйылған.

Скверҙы реконструкциялау тамамланып килә. Төҙөкләндереү эштәрен башҡарырға: эскәмйәләр, урналар ултыртырға, рулонлы үлән түшәргә һәм ҡапҡа ҡуйырға ҡалған.

Читайте нас: