+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 14:16

Өфөлә автокинотеатр асылды

Башҡаланың Мәжит Ғафури паркында “Өс шөрөп” тигән автокинотеатр эшләй башланы. Ул асыҡ майҙанда ҡоролған, унда фильмдарҙы машинанан сыҡмай ултырып ҡарарға мөмкин.

Башҡаланың Мәжит Ғафури паркында “Өс шөрөп” тигән автокинотеатр эшләй башланы. Ул асыҡ майҙанда ҡоролған, унда фильмдарҙы машинанан сыҡмай ултырып ҡарарға мөмкин.
Майҙанға яҡты диодлы экран ҡуйылған, ә картинаның тауышын автомобилдең аудиосистемаһы аша тыңларға була. Автокинотеатрҙа бер юлы 60- лаған машина һыя.
Афишалар майҙанға ингән ерҙә ҡуйылған, улар даими рәүештә кинотеатрҙың инстаграмдағы аккаунтында үҙгәртелеп торасаҡ.
Ошо көндәрҙә автокинотеатрҙы тантанлы шарттарҙа астылар һәм ошоға тиклем кинозалдарҙа яратҡан фильмдар ҡарауҙан мәхрүм булған тамашасылар яңылыҡты ҡыуанып ҡабул итте.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: