+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 11:20

Башҡортостан табиптары Ҡырғыҙстанға ярҙамға осто

Кисә ике ил араһындағы килешеүгә ярашлы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡушыуы буйынса Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендәге медицина хеҙмәткәрҙәре төркөмө Ҡырғыҙстанға юлланды. Улар урындағы белгестәргә ойоштороу-методик ярҙамы күрһәтәсәк һәм шулай уҡ ауыр сирлеләрҙе дауалау буйынса консультация бирәсәк.

“Медиктар десанты”нда 50-гә яҡын табиб – коронавирус инфекцияһын йоҡторған ауырыуҙарҙы дауалау тәжрибәһе булған республика медицина ойошмаларының эпидемиологтары һәм инфекционистары, Башҡорт дәүләт медицина университетының студенттары һәм ординаторҙары. Улар медицина тикшереүе һәм инструктаж үткән, кәрәкле дарыуҙар һәм һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән.
Быға тиклем Башҡортостан табиптары коронавирус менән көрәштә Ҡарасай-Балҡар республикаһындағы һәм Амур өлкәһендәге коллегаларына ярҙам иткәйне.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: