+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2020, 18:00

25 уҡыусы рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған

Башҡортостан мәктәптәрендә 25 уҡыусы рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханында 100 балл йыйған, тип хәбәр итәләр Мәғариф министрлығынан. Былтыр йөҙ балға яҙылған эштәр күпкә аҙыраҡ булған – алты кеше генә иң юғары балл алған.

Имтиханда бөтәһе 16 563 кеше ҡатнашҡан. 3 630 кеше үҙҙәренең эше өсөн 81 һәм унан юғарыраҡ балл алған. Быйыл рус теленән имтиханда уртаса тест балы 70,4 тәшкил иткән.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡатнашыусылар һанын кәметеү өсөн рус теленән имтихан ике көн дауамында – 6 һәм 7 июлдә уҙғарылды. Беренсе көн һөҙөмтәләре буйынса 11 уҡыусы 100 балл йыйғайны.
Читайте нас: