+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 14:07

Урман янғындары буйынса брифинг

Башҡортостандағы урман янғындарының күбеһенә йәшендәр сәбәпсе. Һуңғы айҙарҙа ямғырһыҙ йәшендәр йышайған. Был хаҡта республика хөкүмәтендә үткән брифинг- осрашыуҙа Башҡортостан урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдерҙе.

Ведомство етәксеһе билдәләүенсә, янғындар буйынса дөйөм хәл тотороҡланған. Уҙған тәүлектәрҙә Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондары биләмәләрендә 6 янғын һүндерелгән, шул иҫәптән Бөрйән урмансылығына ҡараған Башҡортостан тәбиғи ҡурсаулығындағы 2000 гектарҙы биләгән эре янғын туҡтатылған.
Бөгөнгө көндә республика биләмәләрендә, башлыса Белорет районында ике янғын осрағы бар. Барлыҡ көс унда ебәрелгән. Улар Әүжән урмансылығында теркәлгән.
- Хәл тотороҡло. Кисә тағы ла йәшендәр үтте, урыны менән генә ямғырҙар яуҙы. Әле беҙ сираттағы ут сығыу осраҡтарын күҙаллайбыҙ. Иртәгә уйлаған урындарға, разведкалауға самолет ебәрәсәкбеҙ, - тине Марат Шәрәфетдинов.
фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: