+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 11:25

Ташҡын дүрт күперҙе һәм өс йортто йыуған

Көслө ямғырҙыр һөҙөмтәһендә Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серги ҡалаһын һыу баҫҡан. Президент Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса һәләкәт урынына ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничев юлланды, тип хәбәр итә Кремлдең матбуған хеҙмәте.

Өҙлөкһөҙ ҡойма ямғырҙар арҡаһында Түбәнге Серги ҡалаһы һыулаған йылғалар ярҙарынан сыҡҡан. Ташҡын дүрт күперҙе һәм өс йортто йыуып алып киткән, тағы ла 60-тан ашыу шәхси торлаҡ һыу аҫтында ҡалған. Ҡала биләмәһендә ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: