+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июль 2020, 17:12

Ҡатын- ҡыҙҙар һәр ерҙә әүҙем

Янғындарға ҡаршы көрәштә Бөрйән районының ҡатын-ҡыҙҙар советтары ла әүҙем ҡатнашҡан. Был турала үҙенең сәхифәһендә республика ҡатын- ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова белдерҙе.

Янғындарға ҡаршы көрәштә Бөрйән районының ҡатын-ҡыҙҙар советтары ла әүҙем ҡатнашҡан. Был турала үҙенең сәхифәһендә республика ҡатын-ҡыҙҙар берлеге рәйесе Рәшиҙә Солтанова белдерҙе.
- Ҡәҙерле әхирәттәремә ысын күңелдән рәхмәт әйтәм.Ҡатын- ҡыҙҙар көн һайын тиерлек янғын һүндереүселәрҙе өй шарттарында бешерелгән аш-һыу менән тәьмин итеп торҙо, үҙҙәре лә ут һүндереүҙә ҡатнашты. Һыу ташынылар, утты артабан ебәрмәү өсөн ер ҡаҙынылар. Бәлә барыбыҙҙы ла бергә тупланы.
Янғындан зыян күреүсе төбәктәргә, айырыуса, Бөрйәндәге Башҡортостан ҡурсаулығына бөтә республика халҡы ярҙам итте. Ирекмәндәр, ябай кешеләр ут һүндереүҙә ҡатнашты, аҙыҡ-түлек, аҡсалата ярҙам күрһәтелде.
“Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева билдәләүенсә, янғын менән көрәшкә ярҙамға республика ҡатын- ҡыҙҙар берекмәләре ситтә ҡалмаған. Барлығы гүзәл заттар тарафынан 83 мең ярым аҡса йыйылған. Был финанстар яғыулыҡ- майлау материалдары, аҙыҡ- түлек алыуға йүнәлтелгән.
фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: