+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 11:40

Ҡырғыҙстанға ярҙамға

Бөгөн Башҡортостандан 55 табип коронавирус инфекцияһы менән көрәштә ярҙам итеү өсөн Ҡырғыҙстанға юллана. Был турала кисә Хөкүмәттә уҙған оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр иткәйне.

Республика табиптары Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Ҡырғыҙстан етәксеһе Сооронбай Жээнбеков араһындағы килешеү сиктәрендә ойошторолған комплекслы ярҙамды ғәмәлләштереүҙә ҡатнаша. Табиптар бригадаһын, коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш өсөн кәрәкле дарыуҙарҙы һәм ҡорамалдарҙы туғандаш илгә Рәсәй Оборона һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарының махсус самолеттары алып барасаҡ. Барлығы 100 табип юлға сыға.
Бөгөнгә Ҡырғыҙстанда 27143 COVID-19 йоҡтороу осрағы теркәлгән. 13109 сирле һауыҡҡан, 1037 кеше инфекциянан вафат булған. Ҡырғыҙстан донъяла ауырыуҙар һаны буйынса рейтингта 55-се урынды биләй.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: