+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 18:35

Урман хужалығы министры Урал аръяғы урмандарын самолеттан күҙәтте

Урман янғынын асыҡлау һәм уны һүндереү буйынса тиҙ саралар күреү маҡсатында кисә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов авиация ярҙамында патруль ойошторҙо.

Урман янғынын асыҡлау һәм уны һүндереү буйынса тиҙ саралар күреү маҡсатында кисә урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов авиация ярҙамында патруль ойошторҙо.
Патруль Өфө – Красноусольск – Иҫке Собханғол – Башҡортостан ҡурсаулығы – Белорет – Учалы – Тирлән – Өфө маршруты буйлап 740 саҡрым ара үтте, тип хәбәр итә ведомствоның матбуғат хеҙмәте. Өҫтән Белорет районына ҡараған Әүжән урман хужалығы биләмәһендә ике янғын осрағы асыҡланған.
2020 йылда Башҡортосан буйлап 4615 саҡрым оҙонлоғондағы һигеҙ авиация саралары ярҙамында патруль ойоштороу маршруты билдәләнгән. Улар һауа торошона, янғындарҙың сығыуына ҡарап үҙгәреүе ихтимал.
Әгәр урман янғыны осрағына юлыҡһағыҙ 8 (347) 218-14-14 һәм 8-800-100-94-00 телефондары аша Урман хужалығы министрлығының махсус хеҙмәттәренә шылтыратырға кәрәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: