“Үлемһеҙ полк” акцияһы июлдән сентябргә күсерелеүе ихтимал, тип яҙғайныҡ. Кисә Президент Владимир Путин Кырымдағы Керчь ҡалаһында “Залив” судно төҙөү заводында халыҡ менән осрашыу мәлендә сараның 2021 йылға күсерелеүе тураһында белдерҙе.
“Үлемһеҙ полк” акцияһы кононавирус инфекцияһына бәйле 9 майҙа үтмәне. Ил етәксеһе, әгәр эпидемиологик хәл ҡамасауламаһа, сара 26 июлдә була, тигәйне. “Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” үҙәк штабы рәйесе, СССРҙың халыҡ артисы Василий Лановой, 26 июлгә билдәләнгән сара 2 йә 3 сентябргә күсерелеүе ихтимал, тип фаразлаһа, хәҙер килеп уның киләһе йылға ҡалыуы билдәле булды.