+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Июль 2020, 13:01

Эстетика йылына йомғаҡ

Көҙ көнө республикала эстетика йылының яҡынса йомғаҡтары билдәле буласаҡ.

Көҙ көнө республикала эстетика йылының яҡынса йомғаҡтары билдәле буласаҡ.
Торлаҡ – коммуналь хужалығы министрлығы белгестәре йәмәғәтселәр менән берлектә урындарҙа мәғлүмәти билдәләр, юлдар, тротуарҙар, газон һәм сәскә түтәлдәре, туҡталыштар, урамдарҙың торошо, рекламаларҙы тикшерә.
Иң яҡшы биләмәләр иҫәбендә Октябрский, Учалы, Күмертау ҡалалары билдәләнгән. Иң күп етешһеҙлектәр Туймазы, Нефтекама, Ишембай, Сибай, Баймаҡ һәм Дүртөйлө ҡалаларында асыҡланған.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был бик яҡшы практика: “Быны мотлаҡ дауам итергә кәрәк, октябрҙа эстетика йылының яҡынса йомғаҡтарын барларға тәҡдим итәм”, -тигән Радий Фәрит улы.
Фото "Өфө" журналынан алынды
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: