Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған аҙнала Башҡортостанда һыу объекттарында 35 кеше һәләк булған, уларҙың икәүһе – балалар. Тағыла дүрт кешенең яҙмышы билдәһеҙ. Әле ҡотҡарыусылар уларҙы һыуҙа эҙләй.
«Һыуҙа бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуына ҡаршы көрәш барышында муниципалитеттар, Дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, эске эштәр органдары менән берлектә һыу объекттарында 3 230 иҫкәртеү рейды һәм патруллек уҙғарылды: 15 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 3,5 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителде», -тине кисә Республика хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәләге үҙенең докладында Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров.
Үлем осраҡтары, ғәҙәттә, ҡулайлаштырылмаған урында һыу төшөүгә бәйле. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан махсус йыһазландырылған пляждар асыу буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Уҙған аҙнала ғына дүрт пляж асылған.