+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 13:14

Һыу буйында ял иткәндә уяулыҡты онотмағыҙ

Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән аҙнала республиканың йылға- күлдәрендә 35 кеше, шул иҫәптән ике бала батып үлгән. Дүртәүһен эҙләү дауам итә.

Башҡортостан ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының мәғлүмәттәренә ҡарағанда, үткән аҙнала республиканың йылға- күлдәрендә 35 кеше, шул иҫәптән ике бала батып үлгән. Дүртәүһен эҙләү дауам итә.
Һыуҙа фажиғәләрҙең артыуын иҫәпкә алып, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығы, ғәҙәттән тыш хәлдәр дәүләт комитеты, муниципаль райондар менән берлектә профилактик рейдтар үткәрҙе. Барлығы һыу объекттарында 3 меңдән ашыу патруль үткән. Был сараларға 15 мең белгес, шул иҫәптән 3 мең ярым ирекмән йәлеп ителгән. Рейдтар барышында һыу буйына ял итергә сыҡҡан 68 кешенең ғүмере ҡотҡарылған.
Ведомство етәксеһе Фәрит Ғүмәровтың билдәләүенсә, һыуҙағы бәлә- ҡазаларҙы кисектереү өсөн ведомствоның баш идаралығында оператив штаб төҙөлгән, Өфөнөң медиа-үҙәктәрендә матбуғат конференцияһы,район хакимиәте башлыҡтары менән оператив кәңәшмә үткәрелгән.
Бынан тыш үткән аҙнала тағы ла 4 рәсми пляж асылған. Волга буйы федераль округында Башҡортостан махсус ҡулайлаштырылған пляждар һаны буйынса беренсе урында тора.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: