+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 18:47

Урман янғындарына ҡаршы

Йәшел зонала янғын хәүефе осоро башланғандан алып мониторингылау мәғлүмәттәре буйынса 16, 9 мең гектар майҙанда 604 янғын нөктәһе теркәлгән. Уларҙың барыһы буйынса ла оператив эш алып барылған.

Йәшел зонала янғын хәүефе осоро башланғандан алып мониторингылау мәғлүмәттәре буйынса 16, 9 мең гектар майҙанда 604 янғын нөктәһе теркәлгән. Уларҙың барыһы буйынса ла оператив эш алып барылған.
104 урында урман янғыны раҫланған, был иһә майҙандарҙың 1882 гектарын тәшкил итә.
Урман янғындары Учалы районында- 23, Белоретта- 18, Йылайырҙа- 18, Бөрйән районында -13, Әбйәлилдә 12 осраҡ теркәлгән. Ут тәүге тәүлектәрҙә үк, оператив рәүештә һүндерелә.
Көньяҡ-Урал дәүләт ҡурсаулығы, Башҡортостан дәүләт тәбиғи ҡарсаулыҡтарында 2018 гектарҙа 5 янғын осрағы теркәлгән.
Уҙған аҙнала республиканың көньяғында аномаль эҫе булыуы һәм йәшен йәшнәүе арҡаһында 59 урман янғыны теркәлгән. Ут сығыу осраҡтарының күбеһенә йәшен сәбәпсе булған.
Барлығы утҡа ҡаршы көрәшкә 605 берәмек техника, 1681 кеше йәлеп ителгән. Авиация ярҙамында патруль ойошторола, разведкалау алып барыла.
Урман инспекторҙарының патруле барышында янғын хәүефһеҙлеген боҙоу буйынса 281 осраҡ теркәлгән, 234 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, уларҙан штраф түләтелгән.
Башҡортостандың урман фондында бөгөн ике, ә урыны менән 4,5 класлы янғын хәүефе теркәлгән. Дүрт класлы янғын ҡурҡынысы- Әлшәй, Архангель, Бәләбәй, Бүздәк, Дүртөйлө, Йылайыр, Кушнаренко, Стәрлебаш, Туймазы, Саҡмағош, Шишмә райондарында, ә бишенсе класлы янғын хәүефе Хәйбулла, Күгәрсен, Көйөргәзе, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарында теркәлгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: