+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 22:30

Туристик билдәләр

Башкортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, Туризм буйынса дәүләт комитеты туристик навигацияларҙың билдәләре һәм йүнәлтеү алтаҡталарын ҡуйыу буйынса эш алып бара.

Башкортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, Туризм буйынса дәүләт комитеты туристик навигацияларҙың билдәләре һәм йүнәлтеү алтаҡталарын ҡуйыу буйынса эш алып бара.
Улар республикаға килгән туристар өсөн тәбиғи һәйкәлдәр, иҫтәлекле урындар, археологик объекттар, музейҙарға барыу өсөн уңайлыҡтар тыуҙырырға тейеш.
Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов әйтеүенсә, был билдәләр тауҙар, күлдәр, мәмерйәләр, шифахана-ҡунаҡханаларға ла йүнәлтмә бирәсәк. Уларҙың уңайлығы кешене тулы мәғлүмәт менән тәьмин итеүҙән ғибәрәт.
Билдәләр федераль, төбәк, муниципаль–ара һәм урындағы юлдарға урынлаштырыла. 2020 йылдың 30 сентябренә тиклем 1500 билдә ҡуйыу күҙаллана.
Әле ошондай эштәр Өфө, Бөрө ҡалаларында алып барыла. Туризм өлкәһендәге билдәләр ГОСТ стандарттарына ярашлы эшләнгән һәм бөтә талаптарға яуап бирә, ти белгестәр.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: