+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 11:20

Шерлок Холмсҡа – 85

Билдәле артист Василий Ливанов халыҡ араһында Шерлок Холмс роле аша танылыу һәм һөйөү яуланы. Режиссер Игорь Масленников 1979 – 1986 йылдарҙа төшөргән “Шерлок Холмс һәм доктор Ватсон мажаралары” күп сериялы фильмында уйнай ул.

Кисә киноактер, режиссер, сценарист Василий Ливановҡа 85 йәш тулды. Ул 1935 йылдың 19 июлендә Мәскәүҙә актерҙар ғаиләһендә тыуған. “Миңә ун туғыҙ йәш ине” (1967), “Уйынсы” (1972), “Сағыу бәхет йондоҙо” (1975), “Ярославна, Франция королеваһы” (1978), “Ай йәйғоро” (1983), “Карик и Валиның ғәжәйеп мажаралары” (1987), “Дон Кихот кире ҡайта” (1997) һәм башҡа фильмдарҙа уйнай.
Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Премьер-министр Михаил Мишустин билдәле актерҙы оло юбилейы менән ҡотланы, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: