+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июль 2020, 14:59

Берҙәм дәүләт имтихандары тамамлана

Был аҙнала берҙәм дәүләт имтихандары тамамлана. Әле уҡыусылар туғыҙ фән буйынса һынау тотто. Алда сит телдәр һәм биология фәне буйынса имтихандар тора.

Был аҙнала берҙәм дәүләт имтихандары тамамлана. Әле уҡыусылар туғыҙ фән буйынса һынау тотто. Алда сит телдәр һәм биология фәне буйынса имтихандар тора.
Республиканың мәғариф министры Айбулат Хажин имтихандар барышына йомғаҡ яһаны. Уның әйтеүенсә, быйыл география һәм әҙәбиәт фәненән урта балдарҙа күрһәткестәр яҡшырған. Былтырғы йылдар менән сағыштырғанда ҡыуанырға урын бар, ти министр.
Ә бына информатика фәненән уртаса балдар бөтә ил буйынса кәмегән. Белгестәр билдәләүенсә, имтихан күнекмәләре йылдан-йылы ҡатмарлаша бара. Был иһә һынауҙарҙың һөҙөмтәләрендә лә сағыла.
Шул уҡ ваҡытта эҫе көндәрҙә имтихан биргән уҡыусылар өсөн был етди һынау осоро булып тора.
фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: