+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июль 2020, 00:58

Дезинфекция сығымдары өсөн – субсидия

Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға, кесе һәм урта бизнесҡа Роспотребнадзор тәҡдимдәрен үтәүҙе тәьмин итеү өсөн субсидия программаһын тормошҡа ашыра башланы.

Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығы коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмаларға, кесе һәм урта бизнесҡа Роспотребнадзор тәҡдимдәрен үтәүҙе тәьмин итеү өсөн субсидия программаһын тормошҡа ашыра башланы. Был дәүләт ярҙамын 500 меңгә яҡын эшҡыуар аласаҡ. Уларҙа 1,5 миллион тирәһе кеше эшләй.
Субсидияға өҫтәмә белем биреү менән шөғөлләнеүсе коммерция булмаған ойошмалар, шулай уҡ спорт, ҡунаҡхана хужалығы, йәмәғәт туҡланыуы, өҫтәмә белем биреү өлкәһендә эшләүсе, көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүсе эшҡыуарҙар иҫәп тота ала.
Ул профилактика һәм дезинфекция эштәренә сығымдарҙың бер өлөшөн ҡаплауға бирелә.
Субсидияны алыу өсөн 15 июлдән 15 авгусҡа тиклем һалым органына ғариза яҙырға кәрәк. Ғаризала субсидия аҡсаһы күсерелергә тейеш иҫәпте күрһәтеү мөһим. Мөрәжәғәт өс эш көнөндә ҡарала. Бөтә шарттар ҙа үтәлгән икән, Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте субсидияны иҫәпләй, ә Федераль ҡаҙнасылыҡ уны күсерә.
Был хаҡта ентеклерәк мәғлүмәттәр менән Мойбизнес.рф (https://clck.ru/PJdhA) порталында танышырға була.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: