+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 13:01

Уҡытыусылар белемен камиллаштыра

Башҡортостанда уҡытыусылар “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә квалификацияһын күтәрә ала. #нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан

Башҡортостанда уҡытыусылар “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә квалификацияһын күтәрә ала.
#нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан
80 уҡытыусы был мөмкинлек менән файҙаланып, “Проект эшмәкәрлегенең һығылмалы компетенциялары” проектында ҡатнашҡан. Улар республика мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлештәрҙә белем биреү үҙәге нигеҙендә онлайн форматта квалификацияһын күтәргән. Августа уҡытыусылар тағы ла бер этапта белем аласаҡ. Hard skills-компетенциялар буйынса сессиялар проектында ҡатнашыу уҡытыусыларға 3D-принтерҙар, квадрокоптерҙар һәм VR-шлемдар кеүек юғары технологиялы ҡоролмалар менән эшләүҙә оҫталыҡҡа эйә булырға ярҙам итәсәк.
Рәсәйҙә был онлайн курсты барыһы 20 меңдән ашыу уҡытыусы үткән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: