-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 13:30

Күршеләрҙең аралашып йәшәүенә ни етә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ирандың лидеры Хәсән Роухани менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Ирандың лидеры Хәсән Роухани менән телефондан һөйләште, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Ике етәксе Ирандың ядро программаһы буйынса берлектәге план, Сириялағы хәлдәр, коронавирусҡа ҡаршы көрәш мәсьәләләрен тикшергән.
Тегеран ядро программаһына тоғро ҡалыуын, был йәһәттән МАГАТЭ менән хеҙмәттәшлеккә һәр саҡ әҙер булыуын белдергән.
Сирияла тыныслыҡҡа өлгәшеү өсөн Мәскәү, Тегеран һәм Анкара хәлде көйләү буйынса Астана процессы сиктәрендә берҙәм эшләргә тейеш, тигән фекер менән Владимир Путин да, Хәсән Роухани ҙа килешә. Ә COVID-2019-ға килгәндә, инфекция менән көрәштә ике ил араһында хеҙмәттәшлек дауам итәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в