-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июль 2020, 00:48

Иғтибар үҙәгендә – коронавирусҡа һәм яман шешкә ҡаршы көрәш

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә һәм яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалауға арналған “Сәләмәтлек сәғәте” онлайн-кәңәшмәһен үткәрҙе.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәшкә һәм яман шеш ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалауға арналған “Сәләмәтлек сәғәте” онлайн-кәңәшмәһен үткәрҙе.
Кәңәшмәлә тәүҙә халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙе тикшерҙеләр. Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар идаралығы начальнигы Елена Прочаковская билдәләүенсә, мөрәжәғәттәр араһында һаулыҡ һаҡлау темаһы, торлаҡ-коммуналь хужалыҡтан ҡала, икенсе урында тора. Ярты йылда был тема буйынса 5 200 мөрәжәғәт килгән. Уларҙа кешеләр дауаланыу мәсьәләһендә булышлыҡ итеүҙе үтенә, табиптар етешмәү проблемаһын күтәрә, дауалау ойошмаларын тәртиптә тотоу һәм ремонтлауҙа ярҙам һорай. Республика Башлығы Нуриман районының Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында 2020 йылдың икенсе яртыһында капиталь ремонтланырға тейешле амбулатория мәсьәләһен айырым контролгә алырға ҡушты.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин коронавирус инфекцияһына бәйле хәл хаҡында хәбәр итте.
– Аҙаҡҡы тәүлектә республикала COVID-19 вирусын йоҡтороуҙың 57 осрағы теркәлгән, һуңғы ваҡытта бындай динамика тотороҡло күҙәтелә, – тип билдәләне министр. – Башҡортостанда пандемия осоронда яңы инфекцияға ярты миллион самаһы тест уҙғарылды, был – тәүҙә планлаштырылғандан ике тапҡырға күберәк.
Республика Башлығы COVID-госпиталдәр өсөн койка фонды запасы менән ҡыҙыҡһынды.
– Коронавирус менән сирләүселәрҙе дауалау өсөн госпиталь базаларында өс меңгә яҡын урын булдырылған. Ҡырҡ һигеҙ сәғәт эсендә тағы ла мең койка әҙерләй алабыҙ, – тип яуап бирҙе Максим Забелин.
Республика клиник йоғошло сирҙәр үҙәге, Сибай ҡала дауаханаһы, Өфөнөң 18-се ҡала дауаханаһы баш табиптары видеобәйләнеш аша үҙ учреждениелары эше тураһында һөйләне. Дауаханаларҙа табиптарға ҡытлыҡ юҡ, вахта буйынса эшләү ойошторолған, шәхси һаҡланыу саралары һәм дарыуҙар етерлек. Яңы Республика клиник йоғошло сирҙәр үҙәгендә әле 244 ауырыу дауалана.
Башҡортостан Башлығы республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына COVID-19 менән сирләп һауыҡҡандарҙың плазма тапшырыу процесын анализларға ҡушты. Статистиканан күренеүенсә, ундай плазманы файҙаланыу 70 процент осраҡта ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыуға ярҙам иткән.
– Бынан файҙа бар икән, беҙ плазма донорҙарын финанс дәртләндереүҙең өҫтәмә механизмдарын ҡараясаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. Ул шулай уҡ коронавирус менән ауырыған медиктарҙың сентябрҙә республика шифаханаларында ял итә аласағын билдәләп үтте.
Артабан “Сәләмәтлек сәғәте”ндә яман шеш сирҙәренә ҡаршы көрәште ойоштороу хаҡында һөйләшеү булды. Бөгөн рак үлемгә килтергән сәбәптәр араһында икенсе урынды биләй. Бер айҙан Республика онкология диспансерының хирургия корпусына төкәтмә сафҡа индерелеү һәм амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре асылыу менән был тәңгәлдәге хәл яҡшырырға тейеш. Амбулатор онкология ярҙамы үҙәктәре һуңғы йыл ярым эсендә Күмертауҙа, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Стәрлетамаҡта, Белоретта, Бәләбәйҙә һәм Өфөлә асылған.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: