+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 11:00

“Үлемһеҙ полк” акцияһы ҡасан була?

Киң мәғлүмәт сараларында, “Үлемһеҙ полк” акцияһының июлдән сентябргә күсерелеүе ихтимал, тигән хәбәр күренгеләп ҡуя.

Киң мәғлүмәт сараларында, “Үлемһеҙ полк” акцияһының июлдән сентябргә күсерелеүе ихтимал, тигән хәбәр күренгеләп ҡуя.
Халыҡта киң популяр акция кононавирус инфекцияһына бәйле 9 майҙа үтмәне. Президент Владимир Путин, әгәр эпидемиологик хәл ҡамасауламаһа, сара 26 июлдә була, тип белдерҙе. Кремлдең әле “үлемһеҙ полк”тың булыу-булмауы тураһында ҡарары юҡ икән. Был хаҡта Президенттың матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков хәбәр итә.
“Рәсәйҙең үлемһеҙ полкы” үҙәк штабы рәйесе, СССРҙың халыҡ артисы Василий Лановой “Яңылыҡтар” мәғлүмәт агентлығына, 26 июлгә билдәләнгән сара 2 йә 3 сентябргә күсерелеүе ихтимал, тип белдергән. Ысынлап та, мәсьәлә тикшерелә, әле ҡарар ҡабул ителмәгән, ти ойошма етәкселәренең береһе Елена Цунаева ла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: