+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 15:36

“Кешеләр эшһеҙ ҡалырға тейеш түгел”

“Беҙ хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү өсөн бөтә ярҙам сараларын күрергә бурыслыбыҙ. Кешеләр эшһеҙ ҡалырға тейеш түгел”, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте президиумының хеҙмәт баҙарындағы хәлгә арналған ултырышында.

“Беҙ хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеү өсөн бөтә ярҙам сараларын күрергә бурыслыбыҙ. Кешеләр эшһеҙ ҡалырға тейеш түгел”, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте президиумының хеҙмәт баҙарындағы хәлгә арналған ултырышында.
Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова әйтеүенсә, 13 июлгә ҡарата эшһеҙҙәр йыл башынан 5,2 тапҡырға артҡан һәм улар 95 мең кеше тәшкил итә. Теркәлгән эшһеҙҙәр эшләүселәрҙең дөйөм һанының 5 процентын тәшкил итә. Уларҙың һәр өсөнсөһө эшен пандемия осоронда юғалтҡан. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 46 проценты бер йыл һәм унан оҙағыраҡ эшләмәгән йәки рәсми хеҙмәт урындары юҡ. Улар эшһеҙлек буйынса пособие ала (ғинуарҙан апрелгә тиклем – 1 725 һум, майҙан июлгәсә – 5 175 һум). Бәлиғ булмаған балалар тәрбиәләүсе эшһеҙҙәргә июнь-августа өҫтәмә рәүештә һәр бала өсөн өсәр мең һум бирелә.
2020 йылда эшһеҙлек буйынса пособие түләү өсөн федераль бюджеттан 2,5 миллиард һум күскән.
– Йәй башынан эш биреүселәр буш урындары тураһында мәғлүмәттәрҙе әүҙемерәк бирә башланы, – ти Ленара Иванова. – Мәҫәлән, июндә мәшғүллек үҙәктәренә 21 меңдән ашыу вакансия хаҡында хәбәр иттеләр, шуларҙың 96 проценты – республикабыҙҙа. 13 июлгә ҡарата 40 меңдән ашыу вакансия хаҡында мәғлүмәт килгән.
– Халыҡтың мәшғүллеге – бөгөн эшебеҙҙең мөһим йүнәлештәренең береһе, уны контролдә тотоу кәрәк, – тине беренсе вице-премьер Андрей Назаров.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: