+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 12:45

Айыттар ҡыуанысына

Бишбүләк районы Айыт ауылы клубы күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенә әйләнәсәк.#нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан

Бишбүләк районы Айыт ауылы клубы күп функциялы мәҙәниәт үҙәгенә әйләнәсәк.
#нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан
Айыт – Бишбүләк районындағы ҙур ауылдарҙың береһе. Унда меңдән ашыу кеше йәшәй. Ул – билдәле шағир Фәтих Кәримдең тыуған ере. Был ауылдан сыҡҡан күп шәхестәр үҙ һөнәре буйынса төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған. Улар араһында профессор, юридик фәндәр докторы, 2000 – 2003 йылдарҙа БР президенты хакимиәтен етәкләгән Илдар Ғимаев та бар.
Айыт клубы бинаһы 1973 йылда төҙөлгән. Бөгөн унда ҙур реконструкция үтә.
2019 йылдың ноябрендә башланған эштәр “Мәҙәниәт” милли проектының “Дәүләт һәм муниципаль мәҙәниәт учреждениеларын реновациялау” программаһы сиктәрендә башҡарыла. Әле уның тышҡы күренеше яңырған, стеналары нығытылған, инженер инфраструктураһы, канализация, коммуникациялар алмаштырылған, төп сәхнәһе һәм тамашасылар залы тулыһынса яңыртылған. Китапхана, уйын, Илдар Ғимаев исемендәге музей бүлмәләре яңыртылған һәм “заманлаштырылған”. Заманса йыһаздар алына.
Яңыртыу эштәре өсөн 22,3 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төҙөлөш июль аҙағында тамамланасаҡ. Артабан бында фольклор, вокал, хореография, биҙәү-ҡулланма һәм инструменталь сәнғәт буйынса төрлө йәштәге кешеләр өсөн төркөмдәр асыласаҡ.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: