+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июль 2020, 12:48

Ҡалтасыла – дүрт яңы ФАП

Ҡалтасы районының Күсәш, Яңы Килбаҡты, Үрге Тиктәм, Графский ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушер пункттары төҙөү эштәре бара.#нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан

Ҡалтасы районының Күсәш, Яңы Килбаҡты, Үрге Тиктәм, Графский ауылдарында яңы модулле фельдшер-акушер пункттары төҙөү эштәре бара.
#нацпроекты #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектБашкортостан
ФАП-тар барлыҡ заман талаптарына ла яуап бирә. Уларҙа ололарҙы һәм балаларҙы ҡабул итеү өсөн айырым кабинеттар, смотровой, процедуралар бүлмәһе бар. Кәрәкле медицина ҡорамалдары ҡуйылған.
– Республика кимәлендә ҡарағанда ауылда дауалау пункты асылыу, бәлки, ҡәҙимге бер хәлдер, әммә төпкөлдә йәшәгәндәр өсөн был бик мөһим. Ауыл ерендә ФАП-тар асылыу байрам кеүек ҡабул ителә, – ти өлкән фельдшер Людмила Вәлиева. Уның етәкселегендә районда 31 ФАП эшләй.
2016 йылдан бирле фельдшер-акушер пункттары Кейебәк, Вәсил, Оло Кәлтәй, Ҡасҡын-Турай, Оло Туғанай ауылдарында асылған. Уларҙың өсөһө – “Ауыл биләмәләрен тотороҡло үҫтереү” республика программаһы буйынса, икәүһе “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: