-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 11:10

Яңы һалым – балалар мәнфәғәтенә

Президент Владимир Путин 2021 йылдың 1 ғинуарынан шәхси килемгә һалымды байҙар өсөн 15 процентҡа тиклем күтәрергә тәҡдим иткәйне. Бөгөнгө көндә иһә иң түбән эш хаҡы алған иҙән йыуыусы ла, нефть, алтын, башҡа ҡаҙылма байлыҡ сығарыусы һәм һатыусы миллиардер ҙа 13 процент һалым түләй.

Дәүләт етәксеһенең тәҡдименә ярашлы, килемдең биш миллион һумдан ашҡан өлөшөнә генә яңы ставка буйынса һалым инә.
Иҫәп палатаһы рәйесе Алексей Кудрин, был һалым иҡтисади йәһәттән мәғәнәһеҙ, тип белдергән. Быға яуап итеп Кремлдең матбуған хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков: “Бында иҡтисад яғынан да бигерәк үттә мөһим башҡа мәғәнә ята. Президенттың инициативаһы йыйылған аҡсаларҙы маҡсатлы тотоноуға, йәғни уларҙы һирәк осрай торған патологиялы балаларға ярҙамға йүнәлтеүгә ҡайтып ҡала”, - тигән аңлатма бирә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: