0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 20:28

Вирус селләлә китерме, тиһәк...

COVID-19 тынды ҡурғыс селләлә сигенерме, тип өмөтләнһәк, көн дә яңы ауырыуҙар өҫтәлеп тора. Һуңғы тәүлектә сир тағы 63 ауырыуҙа раҫланған.

COVID-19 тынды ҡурғыс селләлә сигенерме, тип өмөтләнһәк, көн дә яңы ауырыуҙар өҫтәлеп тора. Һуңғы тәүлектә сир тағы 63 ауырыуҙа раҫланған. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 15 июлгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус инфекцияһын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 6 077.
Бөгөнгө көндә стационарҙарҙа 280 сырхау ята. Шуларҙың 27-һе ауыр хәлдә, алтауһы – яһалма һулыш аппаратында. 1 526 ауырыу амбулатор шарттарҙа дауалана.
Кисәле-бөгөнлө 81 кеше, сирҙән ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башынан алып 4 251 яҡташыбыҙ коронавирустан сәләмәтләнгән.
Тәүлек эсендә COVID-19-ҙан вафат булыу осраҡтары юҡ. Мәкерле сир республикабыҙҙа барлығы 20 ғүмерҙе алып китте...
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: