0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 13:21

Указда – үҙгәрештәр

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле ҡабул ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле ҡабул ителгән юғары әҙерлек режимы тураһындағы указға сираттағы үҙгәрештәрҙе индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, балалар өсөн шифаханалар, профилакторийҙар, һауыҡтырыу, мәктәп алды, хеҙмәт һәм ял лагерҙары 29 июлдән эшләй башлаясаҡ. Быға тиклем уларҙы 15 июлдән асырға ниәтләйҙәр ине.
Шулай уҡ Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына аҙна һайын шишәмбе көн (15.00 сәғәттә) брифинг уҙғарып, сир таралыу мәсьәләләре буйынса дөрөҫ мәғлүмәт биреү бурысы йөкмәтелә.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: