+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 18:48

Әсәндә клуб яңыра

Дүртөйлө ауылының Әсән ауылы клубын яңыртыу эштәре тамамланыуға бара. Бинаға капиталь ремонт үткәреүҙән тыш, учреждение тулыһынса материаль-техник базаһын яңырта, бында заманса мәҙәниәт үҙәге буласаҡ. Ауыл мәҙәниәт йортона килеүселәр бөтә ғаилә менән ял итә, ҡыҙыҡ һәм эстәлекле итеп ваҡыт үткәрә аласаҡ. Бында айырым бейеү залы, түңәрәктәр алып барыу, тренажерҙар, балалар өсөн уйын бүлмәләре булдырыласаҡ. Реновация эштәре өсөн республика ҡаҙнаһынан һәм урындағы бюджеттан 24 миллион 238,2 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән.#нацпроект #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан

Дүртөйлө ауылының Әсән ауылы клубын яңыртыу эштәре тамамланыуға бара.
Бинаға капиталь ремонт үткәреүҙән тыш, учреждение тулыһынса материаль-техник базаһын яңырта, бында заманса мәҙәниәт үҙәге буласаҡ. Ауыл мәҙәниәт йортона килеүселәр бөтә ғаилә менән ял итә, ҡыҙыҡ һәм эстәлекле итеп ваҡыт үткәрә аласаҡ. Бында айырым бейеү залы, түңәрәктәр алып барыу, тренажерҙар, балалар өсөн уйын бүлмәләре булдырыласаҡ. Реновация эштәре өсөн республика ҡаҙнаһынан һәм урындағы бюджеттан 24 миллион 238,2 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән.
#нацпроект #национальныепроекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
Шулай уҡ мәҙәниәт йорто нигеҙендә яңы быуын китапхана булдырыла. Унда ҡулланыусылар заманса фәнни һәм нәфис йөкмәткеле мәғлүмәт ресурстарына мөрәжәғәт итә, цифрлаштырылған матбуғат баҫмаларын уҡый аласаҡ. Китап һаҡлау бүлмәһе юғары тиҙлекле киң һыҙатлы интернет һәм “Милли электрон китапхана”ға тоташыу мөмкинлеге менән тәьмин ителәсәк. Бынан тыш, дискуссия клубтары, түңәрәктәр һәм консультация пункттары асыу ҡаралған.
Модель китапхана булдырыу өсөн федераль һәм республика ҡаҙналарынан 7 миллион 500 мең һум аҡса бүленгән.
Подрядсылар ҡыйыҡты ябып бөтөп, бинаның алғы яғын йылытыу, керамогранит менән көпләү эштәренә тотонған. Эске яғын биҙәү эштәре лә дауам итә. Балалар бүлмәһе, тамашасылар залы һәм китапхана әҙер тиерлек. Иҙәндәрен тәртипкә килтерергә һәм яҡтыртҡыстар ҡуйырға ғына ҡалған. Төп эштәр 1 авгусҡа тамамланырға тейеш. Саҡ ҡына һуңыраҡ, 20 августа китапхананы тапшырыу ҡаралған. Уның өсөн 7,5 миллион һумлыҡ йыһаз һатып алынған.
Ауыл мәҙәниәт клубын асыу сентябрь аҙағына планлаштырылған. Яңыртыу эштәре “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: