+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июль 2020, 16:00

Бизнесты яҡлау буйынса халыҡ-ара форум уҙҙы

Өфөлә кисә "БИЗНЕСты яҡлау: G2B. партнерлыҡ эволюцияһы" халыҡ-ара форумы булып үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһына бизнесты яҡлау буйынса иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашырға Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең билдәле эксперттары килде.

Өфөлә кисә "БИЗНЕСты яҡлау: G2B. партнерлыҡ эволюцияһы" халыҡ-ара форумы булып үтте. Башҡортостандың баш ҡалаһына бизнесты яҡлау буйынса иң яҡшы тәжрибәләр менән уртаҡлашырға Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең билдәле эксперттары килде.
Сараның Өфөлә үтеүе осраҡлы түгел. Башҡортостан күп күрһәткестәр буйынса илдең башҡа субъекттарынан алда бара. Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов әйтеүенсә, Башҡортостан бөтә йүнәлештәр буйынса бик уңышлы үҫешә, коронавирус тыуҙырған ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар һаны арта.
Форум “Бизнес һәм власть. Партнерлыҡ эволюцияһы” пленар ултырышы менән башланды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, РФ Президенты эргәһендәге Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов, РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Кузьмицкий, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров, “Фармленд” дарыухана селтәре генераль директоры Адель Кальметьева, Рәсәйҙә Италия сәнәғәтселәре ассоциацияһы президенты Эрнесто Ферленги, Ҡырғыҙстан Республикаһы бизнес-омбудсмены урынбаҫары Сергей Пономарев ҡатнашты.
Республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров форумдың төбәктә бизнес менән эшләү философияһын тулыһынса сағылдырыуын билдәләне. ”Бизнесты хуплау ҙур әһәмиәткә эйә. Эшебеҙҙең тәүге көнөнән үк беренсе сираттағы бурыс бизнестың власҡа ышанысын тергеҙеү булды”, – тине ул. Радий Фәрит улы фекеренсә, коронавирус эпидемияһы осоронда бизнес өлгөргәнлеккә, кешелеклеккә һынау үтте. “Хәҙер үҙенә күрә “НЭП” ваҡыты етә, һәм бизнесты үҫештән тотоп торорға түгел”, – тине ул.
Форумдың айырым блогы “Административ баҫым-2020” индексын анализлауға арналды. Был индекс эшҡыуарҙарҙың контроль-күҙәтеү органдарына мөрәжәғәттәре күрһәткестәренә нигеҙләнә.
“Кризис шарттарында бизнесҡа ярҙам. Төбәк һәм донъя тәжрибәһе” секцияһында Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә бизнесты хуплауҙың иң яҡшы тәжрибәләре менән бүлештеләр. Фекер алышыуҙарҙа Һиндостандың Ассоциацияланған сауҙа һәм сәнәғәт палаталарының Көнсығыш төбәк офисы директоры Каур Перминдер Джит, Рәсәйҙә Ҡытай эшҡыуарҙары союзы президенты Чжоу Лицюнь, DBA GROUP S.p.A. компанияһының башҡарма директоры Раффаэль Де Беттин, Ҡаҙағстан Эшҡыуарҙарының хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил кәңәшсеһе Олег Савеленко ҡатнашты. “Башҡортостан беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора”, – тип билдәләне Эрнесто Ферлинги. Ул республика етәкселегенең инвесторҙар менән эшләүгә ҙур иғтибар биреүен юғары баһаланы
Форум сиктәрендә шулай уҡ “Урал аръяғы –2020” икенсе инвестиция һабантуйын презентациялау булды. Ул Сибайҙа 21-22 августа үтәсәк. Бизнес-һабантуйҙа ҡатнашыусылар инвестиция эшмәкәрлеге буйынса тәжрибә уртаҡлашасаҡ. Шулай уҡ экология, туризмды һәм транспорт инфраструктураһын үҫтереү, уңайлы ҡала мөхите булдырыу темалары тикшереләсәк.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: