Коронавирус тағы бер ғүмерҙе алып киткән: мәкерле вирустан Өфөлә йәшәүсе 1971 йылғы ир вафат булған. Башҡортостанда COVID-19-ҙан донъя ҡуйыусылар 20-гә етте.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала 14 июлгә ҡарата коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 6 014. Тәүлек эсендә сир 47 ауырыуҙа табылған.
Стационарҙарҙа әле 310 кеше ята. Уларҙың 25-енең хәле ауыр, шул иҫәптән алтауһы – яһалма һулыш аппаратында. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 514.
Уҙған тәүлектә дауаханаларҙан 171 кеше сыҡҡан. Коронавирусты йәмғеһе 4 170 яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәшкән.