+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 17:08

Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа – ҙур иғтибар

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты эргәһендәге Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты.

Бөгөн Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты эргәһендәге Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов менән осрашты. Улар республикала кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам һәм уны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров, республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин һәм республикала эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил Флүр Әсәҙуллин ҡатнашты.
– Хөрмәтле Борис Юрьевич, Һеҙҙе бизнесты үҫтереү, инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәтен арттырыу мәсьәләләре буйынса республикабыҙҙа уҙған форумда сәләмләүемә шатмын, – тине Радий Хәбиров. – Был йүнәлештә беҙ эҙмә-эҙлекле эшләйбеҙ. Белеүегеҙсә, яңыраҡ Стратегик башланғыстар агентлығы инвестициялар йәлеп итеү рейтингын иғлан итте. Республикабыҙҙа икенсе йыл рәттән үҫеш күҙәтелә. Инвестициялар һалыу өсөн ылыҡтырғыс булған ун төбәк араһына индек, һәм бында һеҙҙең структураның хеҙмәте ҙур. Беҙ Эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкил институты менән күптән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Бөгөнгө аралашыуыбыҙ файҙалы булыр, тип ышанам.
Борис Титов Өфөгә килгән һайын республиканың уңышлы алға барғанын күреүен билдәләне. Коронавирус арҡаһында ауыр хәл тыуыуға ҡарамаҫтан, Башҡортостанда өлгәшелгән юғары кимәлде һаҡлап ҡалыуҙарын, эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны артыуын әйтеп үтте.
Радий Хәбиров бизнесҡа баҫымды кәметеү йәһәтенән федераль контроллек итеү структуралары менән үҙ-ара эшмәкәрлек көйләнеүе хаҡында һөйләне. Ул шулай уҡ республикала “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматындағы кәңәшмәләр үткәреү тәжрибәһе, бизнес-шерифтар институтының эшләүе тураһында бәйән итте.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: