-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 14:01

Ибраһимов бульвары яңырасаҡ

Өфөнөң Ибраһимов бульвары төҙөкләндереләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.#нацпроект #национальные проекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан

Өфөнөң Ибраһимов бульвары төҙөкләндереләсәк. Был хаҡта ҡала хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә хәбәр ителде.
#нацпроект #национальные проекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Салауат Хөсәйенов был урамда ошо арала ремонт эштәренә тотонорға ҡушты. Шулай уҡ ул һәр юл йүнәтеү эше лә ҡала кешеләренә уңайһыҙлыҡтар килтереүен билдәләп үтте һәм был ғәмәлгә аңлап ҡарауҙарын үтенде.
– Беҙ Ибраһимов бульварында капиталь ремонт буйынса дәүләт экспертизаһы үткәрәбеҙ. Ағымдағы йылдың август-сентябрендә был юл участкаһында йүнәтеү эштәре башларға ниәтләйбеҙ, – тип хәбәр итте Өфө ҡалаһы хакимиәтенең юл һәм яһалма ҡоролмаларҙы төҙөү, ремонтлау буйынса идаралығы етәксеһе Радмил Мөслимов.
Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, быйыл 22 юл участкаһы нормаға килтереләсәк. 5 объектта эштәр тамамланған да инде. Юлдарҙы төҙөкләндереү башлыса “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: