Президент гранттары фонды коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлештәге ойошмаларға коронавирус таралыуына ҡаршы көрәш осоронда ярҙам маҡсатында конкурс иғлан итте. “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш гвардияһы” Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан бүлексәһе штабы етәксеһе Люциә Юлыева Фейсбуктағы сәхифәһендә шул турала һөйләй.
Ярҙамды айырыуса яҡлауһыҙ социаль төркөмдәргә булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған ойошмалар аласаҡ. Атап әйткәндә, был төркөмдәргә оло йәштәгеләр, COVID-19-ҙы йоҡторған ғаиләләр, хәүеф төркөмөндәге кешеләр, инвалид бала тәрбиәләүселәр, ишле ғаиләләр, тулы булмаған, аҙ килемле ғаиләләр, балалар, етемдәр өсөн ойошмаларҙан сығарылған 18–23 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар, ауыр тормош шарттарындағы ҡатын-ҡыҙҙар, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән һәм ауыр сирле кешеләр, паллиатив ярҙамға мохтаждар, йәшәр урыны булмағандар, мигранттар, медицина һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, волонтерҙар инә.
Заявкалар өс йүнәлеш буйынса ҡабул ителә:
➡ социаль хеҙмәтләндереү, социаль ярҙам һәм граждандарҙы яҡлау;
➡ кешеләрҙең һаулығын һаҡлау, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау;
➡ ғаиләне, әсәлекте, атайлыҡты һәм балалыҡты яҡлау.
Конкурс хаҡындағы положение һылтанмаһы: https://президентскиегранты.рф/public/special2020
Ғаризалар 16 июндән 15 июлгә тиклем ҡабул ителә, 16 июлдән 31 авгусҡа хәтлем ҡарала. Һөҙөмтәләр 31 авгусҡа ҡәҙәр иғлан ителәсәк. Проекттар 1 сентябрҙән ғәмәлгә ашырыла башлай.
Проект күп тигәндә 16 айға иҫәпләнгән булырға мөмкин. Ул 2020 йылдың 1 сентябренән 2021 йылдың 31 декабренә тиклемге осорҙа атҡарылырға тейеш.
Грантты түбәндәге төп сығымдар өсөн файҙаланырға була: эш хаҡы, биналарҙы арендалау һәм тотоу өсөн түләү, шәхси һаҡланыу саралары, кейем һәм аяҡ кейеме һатып алыу, тура матди ярҙам (бушлай ҡайнар аш, аҙыҡ-түлек йыйылмалары, кейем, аяҡ кейеме, тәүге кәрәк-яраҡ, ҡиммәтле булмаған дарыу һәм медицина әйберҙәре менән тәьмин итеү, йыйыштырыу, дезинфекциялау, ваҡ көнкүреш ремонт эштәрен башҡарыу), транспорт сығымдары, элемтә хеҙмәттәре, медицина тикшереүе үткәреү, хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ирекмәндәрҙең ғүмерен, сәләмәтлеген страховкалау.
Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмаларын үҙ проекттары менән конкурста ҡатнашырға саҡырабыҙ. Был – файҙалы башланғыстарҙы бойомға ашырыуға һәм мохтаждарҙы ҡайғыртыуға грант алыу өсөн яҡшы мөмкинлек.