+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Июль 2020, 11:55

Әбйәлилдә, Белоретта, Бөрйәндә – махсус иҡтисади зона

Республика буйлап йөрөгөн һәр кем иғтибар иткәндер, юл саттарында киң билдәле тәбиғәт урындарына, рәсми тел менән әйткәндә, туристик объекттарға, боролоу урындарын күрһәткестәр менән билдәләп сыҡҡандар. Быйыл ғына атҡарылған эш был.

Республикала туризмды үҫтереү буйынса программалар бик күп. Тик был тармаҡ беҙҙә һаман да тейешенсә яйға һалынмаған. Бөгөнгө көндә тағы бер проектты ғәмәлгә ашырыу буйынса эштәр башланып тора. Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Салауат Нафиҡов белдереүенсә, туристик-рекреация тибындағы «Урал» махсус иҡтисади зона булдырыла. Уға Әбйәлил, Белорет, Бөрйән райондары инәсәк.
План буйынса, быйыл дүртенсе кварталда үҫеш концепцияһы әҙерләнә, 2021 йылда – документтарҙы өйрәнеү, 2022 йылда – ғариза биреү кампанияһын үткәреү, 2023 йылдың беренсе ярты йыллығында – Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеш министрлығына ғариза биреү, 2023 йылдың икенсе ярты йыллығында «Урал» махсус иҡтисади зонаһын теркәү планлаштырыла.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: