2021 йылға тиклем өс йәшкәсә балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреүҙең 100 процент мөмкинлегенә ирешеү маҡсатында БР Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан 2020 йылда 1,5 – 3 йәштәге сабыйҙар өсөн 200 өҫтәмә урын булдырыуға грант биреүгә конкурс үткәрелгән. Гранттың суммаһы 24,7 миллион һум тәшкил итә. Был сара “Демография” милли проектының “Ҡатын-ҡыҙ мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклемге балалар өсөн мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу” төбәк проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
#нацпроект #национальные проекты #миллипроект #нацпроектыБашкортостан
Конкурста 16 шәхси балалар баҡсаһы ҡатнашҡан. Улар араһында Өфөләге 5 баҡса еңеүсе тип табылған: “Мин – Гений” башланғыс мәктәп – балалар баҡсаһы, “Буратино”, “Радуга Уфа”, ике «Софи» балалар баҡсаһы.
Грантҡа алынған аҡсалар балаларға белем биреү һәм тәрбиәләү, бәләкәстәрҙе ҡарау өсөн кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү, шәхси белем биреү учреждениелары белгестәренең һәм етәкселәренең квалификацияһын күтәреүгә йүнәлтеләсәк.